

Икенсе Төркмән ауылынан Данил Килмөхәмәтов район баҫмаһына яҙылып, электр ит турағысы отто.Бөгөн уға приз тантаналы шарттарҙа тапшырылды.
Данил Камил улы кәләше Гүзәлиә Риза ҡыҙы менән матур ғаилә ҡороп, бөгөн атай нигеҙендә йәшәй, өс бала тәрбиәләйҙәр.Әсәһе Сәкинә Нурфәйез ҡыҙы йәш ғаиләнең ныҡлы терәге һәм таянысы булып тора.Әйткәндәй, Сәкинә Нурфәйез ҡыҙы һәм Камил Шәрифулла улы барлыҡ ғүмерҙәрен "Ирәндек" совхозын үҫтереүгә арнай, намыҫлы хеҙмәттәре менән абруй һәм дан ҡаҙана, дәүләт наградаларына лайыҡ була.Килмөхәмәтовтар биш бала тәрбиәләп үҫтерә, уларға яҡшы тәрбиә бирә.
Гүзәлиә менән Данил Килмөхәмәтовтар шәхси хужалыҡтарын үҫтереү менән шөғөлләнә, яңы йорт төҙөй."Килмөхәмәтовтар - Икенсе Төркмән ауылының йәш, матур донъя көтөүсе, күптәргә өлгө булырлыҡ ғаиләләренең береһе", - тине Моҡас ауыл биләмәһе башлығы Нияз Атанғолов.