-2 °С
Ясно
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле йәнә «Беҙ — Рәсәй» федераль проектында ҡатнаша. Проектты Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының «Беҙ — Рәсәй» программаһы сиктәрендә Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планына ярашлы «РОСКОНЦЕРТ» мәҙәниәт учреждениеһы тормошҡа ашыра. Программа сиктәрендә ғәскәровсылар Калининград, Силәбе, Пенза өлкәләрендә, шулай уҡ Удмурт, Мордовия республикаларында концерттар менән сығыш яһарға йыйына.
2022 йыл Башҡортостандың дәүләт ансамбле өсөн бик иҫтәлекле, ансамбль коллективҡа нигеҙ һалған Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына 110 йыл тулыуҙы билдәләй.