Һаҡмар
+27 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
24 Января 2022, 04:05

Тағы бер бала

Ете йәшлек ҡыҙҙы эттәр талап үлтергән

Был ҡот осҡос хәл ял көндәрендә Забайкальела теркәлде. Уйнарға сыҡҡан ете йәшлек ҡыҙ баланы эттәр талап үлтергән. Белеүегеҙсә, бындай фажиғә беҙҙең республикала ла булғайны. Рәсәй Тикшереү комитеты был йәһәттән тикшереүҙәр үткәреп, яуаплылыҡты көсәйтергә уйлай. Әммә хайуандарҙы яҡлаған закон булһа ла, балалар хәүеф аҫтында ҡала. Элек берәҙәк эттәр бәләкәс, сәүек эттәр булһа, хәҙер урамдарҙа ҙур-ҙур эттәр өйөрө менән йөрөй. Шуға күрә балаларҙы һаҡлайыҡ, уларҙы бигерәк тә ҡараңғы мәлдә яңғыҙ йөрөтмәйек. Өлкәндәргә лә һаҡ булыр кәрәк.Өйөргә йыйылған эттәрҙең береһе кешегә ташланһа, ҡалғандары ла уға ҡушылып, йыртҡысҡа әүерелә. 

Гүзәл Иҫәнгилдина.  

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас