+29 °С
Облачно
Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙа йәшәгәндәрҙе мотлаҡ эвакуация көтә, тигән ялған хәбәр таратҡандар. Билдәле ваҡытта һәр кеше фатирынан сығып, конвой аҫтында тейешле урынға оҙатылырға тейеш тип белдергәндәр листовкаларҙа. Шулай уҡ кешеләргә фатирҙарын ныҡлап бикләп, үҙҙәре менән аҡса, документтарын алырға ҡушылған. Тыңламаған кешеләрҙе язаға тартттырыу, ҙур штрафтар менән ҡурҡытҡандар. Ошондай уҡ ялған хәбәр Силәбе ҡалаһында ла таратылған. Юҡ-барға ышанмағыҙ! Һаҡ булығыҙ!
Г.САЛИХОВА.