Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
23 Января 2022, 10:55

Баймаҡ көрәшселәре һынатманы

Егеттәр майҙан батырҙары булып танылды

Баймаҡ көрәшселәре һынатманыБаймаҡ көрәшселәре һынатманы
Баймаҡ көрәшселәре һынатманы

Татарстандың Зәй ҡалаһында Ринат Фәрдиев иҫтәлегенә көрәш буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында баймаҡтар уңышлы сығыш яһаны.Рәсәйҙең 15 төбәгенән 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашҡан ярышта беҙҙең райондан 7 көрәшсе көс һынашты.50 кг ауырлыҡтағы көрәшселәр араһында Ильяс Байымов - 2-се, 60 кг ауырлыҡта Мөхәмәт Яҡупов 3-сө урынды яуланы.Уларҙы ярышҡа тренерҙар Рауил Арыҫланов, Айгиз Яҡшыбаев, Венер Нәбиев, Мөнир Яҡупов әҙерләгән."Һеҙгә ҡарап башҡа малайҙар ҙа көрәш майҙанына баҫыр һәм ысын батырҙар булып танылыр, тип ышанабыҙ", - тип билдәләне район башлығы Ф.Әминев.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас