+1 °С
Ясно


Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының йәкшәмбе баҙарында продукцияға һәм тауарҙарға хаҡтар тотороҡло һаҡланды.Тик йылҡы итенә генә артты:быға ҡәҙәр уның килограмы 380-480 һум булһа, бөгөн иһә 500 һумға етте.Һыйыр итенеке 380-450 һум тәшкил итте.
Һөт ризыҡтары павильонында ла хаҡтар шул килеш ҡалды.1,5 литр һөт, бер баш ҡорот, ҡыҙыл эремсек - 100, 1,5 литр ҡатыҡ - 80, 0,5 литр ҡаймаҡ - 250, 1 кг май - 600, ҡомалаҡ әсеткеһе - 50 һум.1 кг күркә итенән фарш - 450 һум.Ауыл икмәге - 70-150 һум.Әйткәндәй, ҡыҙыл эремсектең бер башы өсөн 200 һум һорағандар ҙа булды.
Бер пар миндек - 150, селек һеперткеһе - 50 һум.0,5 л банкалағы гөлйемеш - 100, балан - 150.Шифалы үләндәрҙең бәйләме - 50 һум.