Новости
21 Ғинуар 2022, 07:15

Йөҙ һумлыҡ аҡса яңыра

2025 йылға тиклем бер нисә банкнотаны яңыртырға уйлауҙары билдәле булды

"Бик тиҙҙән, киләһе айҙарҙа, бәлки аҙналарҙа уҡ ошондай мөһим ваҡиға булыр  тип уйлайым, яңы аҡсаны матбуғат конференцияһында күрһәтерҙәр», — тине  Рәсәй банкы рәйесе урынбаҫары Михаил Алексеев 

Бынан алда банктың 2025 йылға тиклем бер нисә банкнотаны яңыртырға йыйыныуы билдәле булды. 2022 йылда яңыртылған 100 һумлыҡ купюраны әйләнешкә сығарыу күҙаллана.

100 һумдан тыш, биш номинал банкноталары яңыртыла. Яңы 1000 һәм 5000 һумлыҡ — 2023 йылда, 500 һумлыҡ — 2024 йылда, 10 һәм 50 һумлыҡтар 2025 йылда әйләнешкә сыға.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас