Новости
21 Января 2022, 15:31

Хеҙмәте лайыҡлы баһаланды

Төркмән мәктәбе директоры Зәһүрә Ҡаһарманова Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды

Хеҙмәте лайыҡлы баһаландыХеҙмәте лайыҡлы баһаланды
Хеҙмәте лайыҡлы баһаланды

Төркмән мәктәбе директоры Зәһүрә Ҡаһарманованы районда тәжрибәле етәксе, билдәле педагог, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ яҡшы беләләр.Үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫлы атҡарыуы менән бер рәттән, ул Моҡас ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.

Бөгөн Матбуғат йортонда 2022 йылдың тәүге яртыһына гәзиткә яҙылыу кампанияһы йомғаҡтарына арналған тантаналы сарала Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ришат Ишембәтов Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙына Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһын һәм ҡиммәтле бүләген тапшырҙы.Бындай юғары баһаға ул Моҡас ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны, эшендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне һәм милли матбуғатты әүҙем пропагандалағаны өсөн лайыҡ булды.Афарин!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас