+21 °С
Облачно


Икенсе Этҡол почта бүлексәһе начальнигы Фәхирә Таңғатарованы төбәктә үҙ эшенең ысын оҫтаһы, иңенә йөкмәтелгән һәр бурысты намыҫлы атҡарып сығыусы һәм юғары күрһәткестәргә өлгәшеүсе етәксе булараҡ беләләр һәм хөрмәт итәләр.
Фәхирә Шәйхетдин ҡыҙы почта системаһында оҙаҡ йылдар эшләп, уны үҫтереүгә тос өлөш индерҙе, фиҙаҡәр хеҙмәте менән халыҡтың оло хөрмәтенә лайыҡ булды.Эшендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне, ваҡытлы матбуғатты таратыуға тос өлөш индергәне өсөн һәм 60 йәшлек юбилейы айҡанлы ул Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһына һәм бүләгенә лайыҡ булды.Ҡотлайбыҙ!