Һаҡмар
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
19 Января 2022, 07:30

Кешеләр эвакуациялана

Янғын һүндереүселәр килеп етте

Өфөлә “Башкирия” сауҙа үҙәген эвакуацияланылар. Янғын һүндереүселәргә 4-се ҡатта төтөн булыуы тураһында хәәр итәләр. Тейешле хеҙмәттәр тиҙ генә килеп етә һәм биналағы бар кеше тышҡа сығарыла. Бәхеткә, янғын булмауы, ә 4-се ҡаттағы бейеүҙәр мәктәбендә бенгаль уттарын ҡулланыуҙары асыҡлана. Бина тулыһынса елләтелә, кешеләр өсөн ҡурҡыныс юҡ.

Яңы йыл алдынан баш ҡалала бер нисә урында ошондай эвакуациялау эштәре булғайны. Ул ваҡытта шартлатҡыс һалыу тураһында хәбәр тикшерелгән ине.

Г. Салихова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас