Новости
18 Января 2022, 11:05

Юл ябылды

Әлегә киске алтыға тиклем

Республикаға килгән яуым-төшөм китергә уйламай әле. Ҡапыл яуып алып киткән ҡар, тиҙ арала буранға әйләнә һәм юл йөрөүе хәүефлегә әүерелә.

Әлеге ваҡытта М-5 трассаһында (Күмертау яғында) транспорттың юлда йөрөүен сикләнеләр. Маршрут һәм еңел такси, пассажир автобустары, йөк машиналарының йөрөүе киске алтыға тиклем ябылды. Был кешеләрҙе бәлә-ҡазанан һаҡлау өсөн эшләнә. Шулай уҡ Татарстан һәм Ырымбур өлкәһендә лә ошо уҡ трассалағы транспортҡа сикләү индерелде.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас