Һаҡмар
+28 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
18 Января 2022, 10:35

Мәкегә төшәләр

Һаҡланырға ла кәрәк

Бөгөнгө төн христиан динендәге кешеләр өсөн изге булып һанала. Улар төнөн мәкегә (купель) өс мәртәбә сумып, суҡынып, изге теләктәрен еткерә. Был төндө алып ҡалған һыу ҙа христиан динендәге кешеләр өсөн изге булып һанала. Керәшен һыу төшөүе беҙҙең районда Граф күлендә ойошторола. Ул йыл һайын бер үк урында үткәрелеп, кешеләрҙе төрлө хәл-ваҡиғаларҙан һаҡлау өсөн тейешле хеҙмәттәр ҙә унда дежурҙа була.

Республика митрополиты Иларион коронавирус таралыу сәбәпле, халыҡ күпләп йыйылған урындарға бармаҫҡа, быйыл керәшен һыу төшөүен үткәреп ебәрергә саҡырҙы. “Әгәр кешеләр күпләп йыйылған урынға бармай ҡалып була икән, бармаҫҡа һәм һаҡланырға кәрәк”,-тине ул.

Г. Салихова.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас