Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
16 Января 2022, 09:09

Хеҙмәте менән абруй яуланы

Әүҙем йәмәғәтсе үҙенең матур юбилейын билдәләй

Хеҙмәте менән абруй яуланыХеҙмәте менән абруй яуланы
Хеҙмәте менән абруй яуланы

Илгиз Ғәлимнур улы Йәнбирҙинды ҡала һәм район халҡы әүҙем йәмәғәтсе, үҙ эшенең ысын оҫтаһы, оҫта баянсы, йыр-моңға талантлы кеше, тәжрибәле ойоштороусы булараҡ белә һәм хөрмәт итә.Ярат мәктәбе уҡытыусыһы, Ярат ауыл биләмәһе башлығы, "Граф күле" турбазаһы директоры булып эшләү осоронда ул үҙен оҫта ойоштороусы, коллективтың, халыҡтың мәнфәғәтен яҡлап эшләүсе етәксе итеп танытты, ҙур абруй яуланы.Ауыл биләмәһен етәкләгән осорҙа Ярат ауыл Советы "Һаҡмар" гәзитенә яҙылыу буйынса алдынғылыҡты берәүгә лә бирмәне.

Ҡайҙа ғына эшләмәһен, Илгиз Ғәлимнур улы үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы һәр ваҡыт намыҫлы атҡарып сыҡты, төрлө наградаларға лайыҡ булды, хөрмәт һәм ихтирам ҡаҙанды.

Йәмәғәт эштәрендә лә һәр саҡ әүҙем ҡатнаша Илгиз Ғәлимнур улы.Районда иң беренсе булып ул Яратта ир-егеттәр ҡоро ойоштора, ул ғәйәт ҙур эштәрҙе атҡара.Һуңғы йылдарҙа ул райондың ир-егеттәр ҡорон етәкләй, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын уңышлы атҡара.Емешле хеҙмәте өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының "Ал да нур сәс халҡыңа!" миҙалы менән бүләкләнде.

И.Ғ.Йәнбирҙинды 55 йәшлек юбилейы менән ысын йөрәктән тәбрикләп, ныҡлы һаулыҡ, эшендә уңыштар, ғаилә именлеге, рух ныҡлығы теләп ҡалабыҙ.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас