

Бөгөн Баймаҡтағы йәкшәмбе баҙарында хаҡтар тотороҡло һаҡланды.Үткән аҙнала ит бер генә урында һатылһа, бөгөн иһә һыйыр ите лә, йылҡы ите лә күп булды.Тәүгеһенә 280-450 һум һораһалар, икенсеһен 280-480 һум менән тәҡдим иттеләр. Ф.Хәлимов КФХ-һының "Баймаҡ хәләл" предприятиеһы ит, колбаса (1 кг - 800 һум), билмән һатты.
1,5 литр һөт - 100, 0,5 литр ҡаймаҡ - 250, бер баш ҡорот - 100, 1 кг һыйыр майы - 600, ауыл икмәге - 100, пирог - 150, әсетке - 50 һум.1 кг бройлер ите - 300, күркә ите - 450, ҡаҙ ите - 500, тултырма - 400, эсәк-ҡарын - 250, ҡаҙ майы - 200 һум.Бер бәйләм йәшел һуған - 30 һум.Буранбай уңғандары ҡулдан тарттырылған шәп талҡан тәҡдим итте.
Учалы районынан килтерелгән картуфҡа 350 һум һоранылар.Башҡа тауарҙарға ла хаҡтар үҙгәрмәне.