2022 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй Пенсия фонды быға тиклем социаль яҡлау органдары күрһәткән һәм түләгән ҡайһы бер компенсациялар һәм пособиеларҙы түләй башланы. Улар балалары булған эшләмәгән граждандар, радиация йоғонтоһона бирелгән кешеләр, реабилитацияланған граждандар, медицина күрһәткестәре буйынса транспорт саралары булған инвалидтар, Рәсәй Пенсия фонды пенсия түләгән хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә ҡағыла.
Балалы граждандарға: бәпескә 1,5 йәш тулғансы айлыҡ пособие, ойошмалары юҡҡа сығыу сәбәпле эштән сығарылған ауырлы һәм бала тапҡан ҡатындарға пособие; бала тыуғанда бер мәртәбә бирелә торған аҡса; баланы ғаиләгә тәрбиәгә алғандағы берҙәм түләү; хәрби хеҙмәттә булған һалдаттың ауырлы ҡатынына берҙәм түләү; хәрби хеҙмәттә булған һалдаттың балаһына айлыҡ пособие.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Пенсия фонды бүлеге идарасыһы Фоат Хантимеровтың әйтеүе буйынса, Пенсия фонды тарафынан түләүҙәрҙе тәғәйенләү ведомство-ара килешеүҙәр аша ойошторолған. Быға тиклем социаль яҡлау органдары аша үткән түләүҙәр шул уҡ реквизиттарға күсәсәк, пенсия фонды идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй. Әгәр граждандың атап үтелгән пособиеларға хоҡуғы бар, әммә ул быға тиклем алмаған икән, пенсия фондының клиент хеҙмәтенә йәки күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 800 600 02 21 йәки 8 800 600 0000.
БР буйынса Пенсия фонды бүлегенең мәғлүмәт хеҙмәте.