+25 °С
Облачно
Башҡортостанда бөгөндән бурандар башланасаҡ. Был хаҡта Башгидрометүҙәк белгестәре хәбәр итте. Республика буйынса бөгөндән көслө ҡар яуыуы, унан буран сығыуы көтөлә. Һауа температураһы – 7 градустан – 18 градусҡа тиклем буласаҡ. Шулай уҡ томан һәм юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙең иғтибарлы булыуын, көслө буран ваҡытында юлға сыҡмаҫҡа саҡыра.
Гүзәл Иҫәнгилдина.