Рәсәй Матбуғаты көнөн билдәләү – матур йолаларҙың береһе.
1703 йылдың 13 ғинуарында Мәскәүҙә тәүге Рәсәй гәзите “Ведомости” сыға башлай. Совет заманында Матбуғат көнө 5 майҙа билдәләнгән.
1702 йылда Петр Беренсе тәүге матбуғат баҫмаһын нәшерләү тураһында Указ сығара. Унда “для извещения оной о заграничных и внутренних происшествиях...” тигән юлдар бар.
Шулай итеп, 13 ғинуарҙа “Ведомости о военных и иных делах, достойных знания и памяти, случившихся в Московском Государстве и во иных окрестных странах” тигән исем менән баҫманың тәүге һаны сыға. Бында урыҫ әрмеһенең уңыштары, флот, сауҙа үҫеше, яңы заводтар төҙөлөүе тураһында хәбәрҙәр бирелә. Сит ил гәзиттәренән дә яҙмалар тәҡдим ителә. Гәзиттең беренсе баш мөхәррире Мәскәү печать һарайының директоры Федор Поликарпов икәне мәғлүм.
Беҙ – гәзит-журнал уҡып үҫкән быуын. Шуға күрә баҫма матбуғат беҙҙең өсөн бигерәк тә ҡәҙерле.
Байрам менән, хөрмәтле гәзит-журнал сығарыусылар һәм уларҙы уҡыусылар! Бәхетле булығыҙ, йортоғоҙҙа ҡот-бәрәкәт хужалыҡ итһен!
Гүзәл Иҫәнгилдина.