+22 °С
Ясно
Иҫке Яңы йылда 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡараған төндә эшләп өлгөрмәгән эштәрегеҙҙе, теләп өлгөрмәгән теләктәрегеҙҙе теүәлләп ҡуйығыҙ. Был һеҙҙең күңелегеҙҙәге бар үкенес юшҡындарын юйып ташлар. Саф һауаға сығығыҙ, балалар кеүек ҡысҡырып көлөп һырғалаҡтан шыуығыҙ һәм һеҙ үҙегеҙҙе иҫ киткес бәхетле итеп тойорһоғоҙ. Унан тәмлекәстәр бешереп, улар менән оҙон-оҙаҡ итеп яҡындарығыҙ менән серләшеп сәйҙәр эсегеҙ. Яңғыҙҙарға иһә тәҙрәнән хозур ҡышҡа ҡарап теләк теләр мәл. Ышанығыҙ – бар изге теләктәр ҡабул була ул! Барығыҙҙы ла байрам менән! Тик бәхетле генә булығыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, муллыҡ-байлыҡ, мөхәббәт янығыҙҙа ғына йөрөһөн!
Гүзәл Иҫәнгилдина.