+23 °С
Дождь


Сибай ҡала типографияһында Хитап Хәмитовтың "Асығыҙсы зәңгәр ҡапҡаларҙы" исемле китабы донъя күрҙе.Шиғырҙар һәм йырҙар тупланған был йыйынтыҡты сығарыуға тыуған яҡты өйрәнеүсе, бихисап китаптар авторы Ирек Бикмәтов, мөхәррире Хазина Исҡужина һәм техник мөхәррире Миңсара Хәбилова күп көс һалған.
Барлыҡ хеҙмәт юлын ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә арнаған Хитап Хәбибрахман улы бала саҡтан уҡ шиғриәткә ғашиҡ була.Әсәһе йоғонтоһонда туған телде, шиғриәтте һөйөп үҫә.Бәләкәйҙән шиғырҙар яҙа, әммә үҫеп еткәнсе уларҙы кешегә күрһәтмәй.Тормошоноң һуңғы осорона тиклем Ватанға, тыуған төйәккә, уның кешеләренә һәм хеҙмәткә арнап шиғырҙар һәм йырҙар яҙа.
Был йыйынтыҡ китап уҡыусылар өсөн ҙур табыш, бүләк ул.