+15 °С
Облачно


"Һаҡмар" гәзите коллективы матбуғатҡа яҙылыу осоронда үҙенең дуҫтарын дәртләндереү маҡсатында "Һаҡмар"ға яҙыл һәм бүләк от!" уйыны ойоштора, шәп бүләктәр әҙерләй.Был тәңгәлдә беҙгә эшҡыуарҙар, ауыл хужалығы предприятиелары, КФХ-лар һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙа.
Гәзиттең күптәнге дуҫы, шәхси эшҡыуар Фәррәх Ҡашҡаров әҙерләгән шәп быйманы Ғәҙелбайҙан Ғаяз Ғәлин отто.Ғаяз Байғәле улы район баҫмаһынан бер ҡасан да айырылғаны юҡ."Гәзитегеҙҙе яратып уҡыйым, ошондай бүләктәр менән халыҡты ҡыуандырғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!" - ти ул.