+14 °С
Дождь


Яңы йылдың тәүге көндәрендә Баймаҡта йәшәүсе тыл һәм хеҙмәт ветераны Нурбәк Байегетов үҙенең олпат юбилейын - 90 йәшен билдәләне.Уны ғүмер байрамы менән Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаев һәм райондың ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова тәбрикләне, иң изге теләктәрен еткерҙе.
Нурбәк Мөхлис улы лайыҡлы хеҙмәт һәм тормош юлы үткән кеше.Билдәле нәҫелдән сыҡҡан һәм фиҙаҡәр хеҙмәте менән хаҡлы абруй ҡаҙанған ветеран ул.Тормош юлдашы Шәмсиниса Зариф ҡыҙы менән 8 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.