+17 °С
Дождь
Көндәр артабан да берсә йылытып, берсә һыуытып тороуы көтөлә. Төнөн һауа температураһы -8;-13-кә барып етеүе юлдарҙа боҙлауыҡ эшләйәсәк. Шуға күрә Республиканың баш дәүләт инспекторы Владимир Севастьянов руль артындағыларҙы үтә һаҡ булырға, тиҙлекте арттырмаҫҡа, машиналар араһында арауыҡты күҙәтергә саҡыра. Киҫкен хәл тыуған осраҡта 235-84-02; 237-02-02 телефондарына шылтыратығыҙ. Үҙегеҙҙе һәм юлдағыларҙы һаҡлағыҙ! Юл ҡағиҙәләрен күҙәтегеҙ!