Новости
5 Января 2022, 16:00

"Икенсе икмәк"кә ҡытлыҡ тыуыуы ихтимал

Рәсәйҙә картуф үҫтереү йылдан-йыл кәмей һәм был ил Хөкүмәтенә яңы программа булдырырға этәрҙе

Беҙҙең илдә етештерелгән картуфтың яртыһынан күбеһе шәхси хужалыҡтар өлөшөнә тура килә.Әммә һуңғы бер нисә йылда тап шәхси секторҙа йәшелсә һәм "икенсе икмәк" үҫтереү кәмегән, һөҙөмтәлә уға ҡытлыҡ барлыҡҡа килгән.Быйылғы ҡоролоҡ, аяуһыҙ эҫе көндәр, ямғыр яумауы хәлде тағы ла ҡатмарлаштырҙы.Был иһә картуфҡа хаҡтарҙың ҡырҡа артыуына килтерҙе.Башҡортостанда ла, Баймаҡта ла "икенсе икмәк" ныҡ ҡыйбатланды, бер биҙрәһе 400 һумға барып етте.

Йәшелсә һәм картуф менән бәйле хәлде иҫәпкә алып, РФ Хөкүмәте федераль проект өҫтөндә эш башланы.Уларҙың майҙандарын арттырыу, һаҡлау һәм һатыу буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеү маҡсат итеп ҡуйыла.Был тәңгәлдә шәхси хужалыҡтарға ла дәүләт ярҙамы күрһәтеү күҙ уңында тотола.Проект быйылдан тормошҡа ашырыла башлаясаҡ, тип көтөлә.

Һис шикһеҙ, бик тә кәрәкле проект был һәм ул өмөттәрҙе аҡлармы?Шәхси сектор дәүләт ярҙамы алырмы?Уныһын инде ваҡыт күрһәтер.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас