Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
2 Января 2022, 03:57

Семеновск ауыл биләмәһе һынатманы

Семеновск һәм Монасип ауылдары Яңы йылды үҙенсәлекле ҡаршы алды

Семеновск ауыл биләмәһе һынатманыСеменовск ауыл биләмәһе һынатманы
Семеновск ауыл биләмәһе һынатманы

Рәсүл Сәлимов етәкләгән Семеновск ауыл биләмәһе социаль инфраструктураны үҫтереү, төбәкте төҙөкләндереү, яңы объекттар төҙөү, дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу буйынса маҡсатлы эш алып бара.Ауыл биләмәһе районда үткәрелгән төрлө сараларҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнаша, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы ойошторған конкурстарҙа алдынғылыҡты бирмәй.Был иһә Рәсүл Фәрит улының урында эште оҫта ойоштороуы тураһында һөйләй.

Яңы йыл ҡаласыҡтары төҙөү буйынса иғлан ителгән район конкурсына Семеновск ауыл биләмәһе әүҙем ҡушылды һәм ғәйәт ҙур эш атҡарып сыҡты.Конкурста ауыл биләмәһе маҡтаулы 1-се урынды яуланы һәм дипломға, премияға лайыҡ булды.Афарин!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас