Һаҡмар
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
2 Января 2022, 06:42

Автомобилселәргә штрафтар арта

Йыл башынан яңы талаптар тормошҡа ашырыла башлай.Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн күберәк түләргә кәрәк буласаҡ

Автомобилселәргә йылына әллә күпме яңы штрафтар индерелә, уларҙың күләме лә арта бара.Быйылдан ҡануниәткә тағы ла яңылары индерелә.Ошоға ҡәҙәр эскән килеш машинала балаларҙы алып йөрөгән өсөн 30 мең һум штраф түләтһәләр, быйылдан иһә - 50 мең һум.Водитель таныҡлығын да өс йылға тартып аласаҡтар. Шулай уҡ машинанан ҡый ташлаған, автомобилде газонда йыуған өсөн дә яңы яза ҡаралған - 1000-3000 һум штраф.

Әйткәндәй, автомобилдәргә быйыл да хаҡ артыуын дауам итәсәк.Был инфляцияға, металдарҙың ҡиммәтләнеүенә, ярымүткәргестәрҙең етешмәүенә бәйле, тип билдәләй эксперттар.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас