Новости
1 Января 2022, 09:57

Бензинға хаҡ артты

"Башнефть" тә, "Лукойл" да күтәрҙе

Өфөлә уҙған йылдың һуңғы көнөндә "Башнефть" автозаправкаларында яғыулыҡҡа хаҡ артты.АИ-92 - 30, АИ-95- 40, дизель яғыулығы 40 тингә артты.Һуңғы тапҡыр уларға хаҡтың күтәрелеүе 21 декабрҙә күҙәтелгәйне.

Бөгөн иһә "Лукойл" АЗС-тары ла яғыулыҡҡа хаҡты арттырҙы.АИ-95 - 19, дизель яғыулығына 20 тингә күтәрелде.

Йыл башынан бөтә нәмәгә хаҡтарҙың артыуына өйрәнеп бөткәнбеҙ, әммә ай эсендә ике тапҡыр бензинға, дизель яғыулығына күтәрелеүе бер ниндәй ҙә ҡалыпҡа һыймай...

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас