Һаҡмар
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
30 Декабря 2021, 18:02

Йәрминкәлә хаҡтар үҙгәрмәне

Баймаҡта ауыл хужалығы йәрминкәләре һәр аҙна һайын ойошторола.Уларҙа хаҡтар нисек?

Йәрминкәлә хаҡтар үҙгәрмәнеЙәрминкәлә хаҡтар үҙгәрмәне
Йәрминкәлә хаҡтар үҙгәрмәне

Район хакимиәтенең ҡарары менән үткән аҙнанан Баймаҡта ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола башланы.Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Азат Шәрипов билдәләүенсә, хәҙер инде улар һәр шәмбе ойоштороласаҡ.

Үткән аҙнала көслө буран сығыуы арҡаһында йәрминкәлә сауҙа итеүселәр булманы тиерлек.Бөгөн иһә ауыл хужалығы продукцияһы тәҡдим итеүселәр күберәк булды:ит, һөт ризыҡтары, картуф, балыҡ һаттылар.Баймаҡтан шәхси эшҡыуар Л.Мастерованың ветеринария аптекаһы үҙенең тауарҙарын тәҡдим итте.

Әйтергә кәрәк, бөтөн продукцияға ла хаҡтар тотороҡло һаҡланды, улар арттырылманы.Һыйыр итен - 350-450, туңдырылған балыҡты 100-400 һум менән алырға мөмкин булды.Әбйәлилдәр картуф менән һатыу итте, ҙур биҙрәһе - 350 һум.

Шул уҡ ваҡытта ярылған утын һәм рулонда бесән дә бар ине.Һуңғыһы Ғафури районынан килтерелгән, берәүһе - 3000 һум.

Баҙарға сығып, кемгәлер аҡса түләгәнсе, йәрминкәлә бушлай урын алып сауҙа итеү күпкә отошлораҡ, әлбиттә.Бынан ары, алдан әйтеп үтелгәнсә, йәрминкәләр һәр шәмбе үтәсәк.Көндәр йылыныу менән сауҙа итеүселәр ҙә, һатып алыусылар ҙа бермә-бер артасаҡ.Сөнки халыҡҡа сифаты шикле сит ил продукцияһы түгел, үҙебеҙҙеке кәрәк.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас