+7 °С
Облачно


Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының йәкшәмбе баҙарында сауҙа итеүселәр ҙә, һатып алыусылар ҙа күп булды.Ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуы күҙәтелде.Мәҫәлән, һыйыр майының килограмы 600-гә, бер баш ҡороттоң хаҡы 100 һумға етте.Күркә итенең килограмына 450 һум һоранылар.Әгәр ҙә быға тиклем ҡаҙы 750 һум булһа, бөгөн уны 900 һумға һатыусылар ҙа булды.
1,5 литр һөт - 100, 0,5 литр ҡаймаҡ - 250, аҡ эремсек - 150, бер баш ҡыҙыл эремсек - 100, 1,5 литр ҡатыҡ - 80 һум.Ауыл икмәге - 70-150 һум. Ҡаҙ итенең килограмы - 500, бройлер - 300 һум.Һыйыр итенә 350-480 һум һоранылар.Йылҡы ите күренмәне.Һарыҡ ите - 400 һум.Бер биҙрә картуф - 350-400 һум.
Миндектең пары - 150, селек һеперткеһе - 50 һум.