Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Декабрь 2021, 10:00

Тарихтары ташҡа баҫылды

Был китапты ошо яҡтарҙың тарихи энциклопедияһына тиңләр инем...

Тарихтары ташҡа баҫылды
Тарихтары ташҡа баҫылды

Ҡулыма яңы китап эләкһә, уны йәһәтерәк алып ҡайтып, тиҙерәк уҡыу теләге менән янам.

БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, хаҡлы ялға сыҡҡас тыуған яҡты өйрәнеү менән ныҡлап шөғөлләнгән, бер нисә китап авторы Ирек ағай Бикмәтов “Ниғәмәт ауыл биләмәһе тарихы” тигән өр-яңы баҫмаһын бүләк иткәс, уны түҙемһеҙлек менән уҡып сыҡтым. Был Ниғәмәт ауыл биләмәһенең икенсе китабы. Уны һис шикһеҙ ошо яҡтарҙың энциклопедияһы тиңләргә мөмкин.

Яҡташтарыбыҙ һәм районыбыҙҙың билдәле шәхестәре Ирек Бикмәтов, Таңһылыу Вәлиева, Сафа Ишмөхәмәтов, Борис Хәйретдинов, редколлегия ағзалары Сәлимйән Вәлиев, Фирүзә Бүләкова, Владимир Ипатов, Әкрәм Ҡәйепҡолов, Мөрит Мәмбәтҡолов, Фәниә Сарбулатова, Нәғимә Әминева әҙҙерләгән был китапты һәр кем рәхәтләнеп ҡуллана ала. Уның тарихи фотолар менән байытылыуы ла һөйөндөрә.

Ирек Бикмәтов китап хаҡында былай тине: “Ниғәмәт ауыл биләмәһе тарихының икенсе китабын әҙерләй башлауға байтаҡ ваҡыт үтеп китте. Ошо дәүерҙә бик күп эҙләнеүҙәр талап ителде, бихисап асыштар ҙа булды. Китап Башҡортостан Республикаһы һәм Баймаҡ районы архивтарына, ойошмалар отчеттарына һәм ғаиләләрҙә һаҡланған яҙмаларға, тарих, этнография, фольклор материалдарына, фәнни сығанаҡтарға, ауыл аҡһаҡалдарының һәм ағинәйҙәренең хәтирәләренә, шәжәрә – ҡомартҡыларға, авторҙар һәм редакцион коллегия ағзалары йыйған мәғлүмәттәргә таянып яҙылды”.

Эйе, авторҙар тырышлығы менән Икенсе Этҡол, Байым һәм бөткән Сәйетбаттал (Ҡуяндар), Тәкәһуҡҡан, Һарыбейә, Мәтем, Мырҙый, Аҡтырнаҡ, Исхаҡ ауылдары тарихы, уларҙың барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше яҡтыртылған. Китапта ауылдарҙың боронғо ваҡыттан алып хәҙерге осорға тиклем тарихы килтерелә, төрлө ваҡиғаларға байҡау яһала, ер-һыу атамаларына ла урын бүленгән. Ауылдарҙағы хужалыҡ тармаҡтарының, мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәләренең үҫеше, билдәле шәхестәр һәм ғаиләләр тураһында мәғлүмәттәр килтерелә. Ҡушымтала кешеләр яҙмышына ҡағылған документтар, шәжәрәләр, матбуғатта яҡтыртылған мәҡәләләр, фотоһүрәттәрҙең булыуы ҙур әһәмиәткә эйә.

Авторҙар фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан нәҡ бәрәкәтле Икенсе Этҡол ерлегендә Хәмит Әлмөхәмәтов һәм Ғәбит Арғынбаев сәсәндәрҙең үлемһеҙ “Урал батыр” эпосының яҙып алыныуын һәм кешелек донъяһына бүләк ителеүен оло ғорурлыҡ менән билдәләп киткән. Шулай уҡ китапта хәҙерге Ниғәмәт ауылы биләмәһендә бөрйән ырыуының күренекле шәхесе, яугир һәм полководец Алдар батыр, уның балалары һәм туғандары йәшәгәне лә әйтелгән. Бөйөк дин әһеле Байым ишан Динебәков, сәсән һәм мәғрифәтсе Шәһәрғәзи Ғәбдиев тураһында һ.б. мәғлүмәт табырға мөмкин.

Китапты уҡып ошо төбәктә генә күпме тарихи шәхестәр, һәр өлкәнең сағыу йондоҙҙары, алдынғы ҡарашлы, уңған кешеләр йәшәүенә һоҡланаһың.

Ошондай ҙур эште атҡарып сыҡҡан авторҙарға, был эште ойошторған Ирек ағай Бикмәтовҡа оло рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, киләсәктә лә тыуған еребеҙҙең данлы-шанлы биттәрен барлау һәм уны ташҡа баҫып ҡалдырыу буйынса изге эшегеҙҙе дауам итерһегеҙ, тип ышанып-көтөп ҡалабыҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: