Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
22 Декабря 2021, 04:55

Ҡыш бабай холҡон күрһәтә

Аҙна аҙағына ныҡ һыуытасаҡ

Кисәге епшек ҡар күптәр өсөн һынау булды. Яуып һәм иреп торған ҡар юлдарҙың торошон насарайтты. Ҡапыл ирегән ҡарҙа машиналар батып та ултырҙы.

Әммә бөгөн кистән көн һыуыта башлай. Кесе йома, 23 декабрҙә, һауа температураһы төндә -14,-19, аяҙытҡанда -24 градусҡаса түбәнәйә, көндөҙ -11,-16, урыны менән -21 градусҡа тиклем, тип белдерҙе Башгидрометүҙәк. Яуым-төшөм кәмей. Аҙна аҙағына ныҡ һыуытасаҡ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас