

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үткәргән бөгөнгө оператив кәңәшмәлә иң тәүҙә юлдарҙы таҙартыу мәсьәләһе күтәрелде. Был хаҡта ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев мәғлүмәт бирҙе. Ул шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙағы йылылыҡ мәсьәләһенә лә туҡталды. “Кемдер фатирында үтә эҫе, кемдер һыуыҡҡа зарлана. Беҙ һәр сигналды ҡабул итеп, тикшереп барабыҙ”,-тине Радмир Фитрат улы.
Район башлығы ҡалала ла, район буйынса юлдарҙың ваҡытында таҙартылырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Халыҡҡа Яңы йыл кәйефе бүләк итеү ҙә – төп талап. Был йәһәттән етәкселәр үҙ биналарын, уның эргәһен матур итеп биҙәргә бурыслы. Кемдер был эште матур итеп атҡарһа, автовокзал, “Мегаполис”, “Гранд”, “Складок”, “Госаптека” һ.б. биналарының һаман биҙәлмәүе әйтелде.
Гәзит-журналдарға яҙылыу мәсьәләһе буйынса почта начальнигы Галина Хачина мәғлүмәт бирҙе. Әлеге ваҡытта “Һаҡмар”, “Баймакский вестник” гәзиттәренә яҙылыу уҙған осор менән сағыштырғанда насар барыуы билдәләнде. Был йәһәтән район башлығы районкалар тейешле кимәлдә яҙҙырылырға тейешлеге, был уның даими контролендә булыуын белдерҙе.
Киҫкен респиратор ауырыуҙар буйынса хәл киҫкен ҡала. Әлеге ваҡытта бындай ауырыуҙарға 2677 кеше дусар, шуларҙың 2588 -е – балалар. Баш табип Таһир Мәүлетов: "Үкенескә ҡаршы, ауырыған балаларҙың һаны арта ғына бара",-тине.
Шул уҡ ваҡытта коронавирустан вакцинациялау, ревакцинациялау ҙа дауам итә.
Оператив кәңәшмәлә Беренсе Төркмән ауылы халҡы төйөрлө дерматит менән ауырып, юҡ ителгән малы өсөн аҡсалата компенсация ала башлауы, 29 декабрҙә унда ҙур мәҙәни һәм спорт саралары үтәсәге хаҡында ла әйтелде. Шулай уҡ район-ҡалала Яңы йылға әҙерлек, хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеү һ.б. мәсьәләләр күтәрелде.
Гүзәл Салихова.