Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
20 Декабря 2021, 12:45

Иртәгә +1, унан -21

Был аҙнала Һыуыҡ бабай килеп етәсәк

Шулай итеп, йылы ҡышҡа өйрәнеп кенә алғайныҡ, Ҡыш бабай үҙ көсөнә инергә булып китте бит әле.

Башгидрометүҙәк белгестәре әйтеүенсә, республикаға төньяҡ-атлантик циклон килә. Ә ул үҙе менән һыуыҡтар алып киләсәк.

Иртәгә, 21 декабрҙә, епшек ҡар яуасаҡ. Уның электр сымдарына һәм ағастарға һырыуы күҙәтеләсәк. Ҡайһы бер урындарҙа көслө буран һәм ел буласаҡ. Юлдарҙың тайғаҡланыуы күҙәтеләсәк. Һауа температураһы +1, - 4 буласаҡ.

22 декабрҙә һауа температураһы -5, - 10 – ға төшәсәк.

Ә бына кесе йома – йәғни 23 декабргә төндә – 20, ә көндөҙ – 11, - 16, урыны менән – 21 буласаҡ.

Йоманан тағы ла нығыраҡ һыуытасаҡ, ти Башгидрометүҙәк.

Дөрөҫ тә! Ҡыш булғас – ҡыш булһын!

Гүзәл Салихова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас