+29 °С
Ясно
Тиҙҙән Яңы йыл етә! Ә был тылсымлы төндә һауа торошо ниндәй буласаҡ һуң?
Башгидрометүҙәк белгестәре белдереүенсә, республикала 31 декабрҙә һауа торошо – 15 буласаҡ. Ә инде төнөн һауа температураһы минус 18 буласаҡ. Шулай уҡ еңелсә ҡар һәм ел көтөлә тип фаразлай синоптиктар.
Шул уҡ ваҡытта интернет аша бирелгән төрлө мәғлүмәттәр булыуын да билдәләргә кәрәк. Мәҫәлән, ҡайһы бер сайттар Башҡортостанда 31 декабрҙә минус биштән нығыраҡ һыуытмаясаҡ, көн йылы буласаҡ, тип белдерә.
Бар дөрөҫлөктө Яңы йыл төнөндә беләбеҙ инде.
Гүзәл Салихова.