Новости
19 Декабря 2021, 08:10

Кемдер ҡотҡара, кемдер видеоға төшөрә

Янып киткән машинанан һөйрәп сығара

Юл фажиғәләре лә, транспорт менән бәйле башҡа ҡазалар булып ҡына тора. Уларҙа кешеләр ғүмерҙәре өҙөлөүе бигерәк тә аяныслы. Әммә ҡайһы саҡта башҡаларҙың кеше фажиғәһенә битараф ҡалмауы мөғжизәле ҡотолоуҙың сәбәпсеһе була.

Саф һауа һуларға сыҡҡан Айрат Бикбулатов Өфөнөң бер урамында янған машинаны һәм уның эсендә кешене күрә. Егет машина янына йүгереп бара. Машина эстән бикле, ә водитель аңын юғалтҡан була. Айрат машинаның тәҙрәһен көсләп аса һәм йәш ирҙе транспорттан сығарып, “Ашығыс ярҙам” саҡырта. Әлеге ваҡытта 1986 йылғы водитель ауыр хәлдә дауаханала ята.

Уны ҡотҡарған Айрат төрлө кешеләрҙең был хаҡтағы һорауҙарына: “Кешенең һәләк булырға йөрөгәнен күреп, нисек янынан үтеп китәйем”,-тип аптырай.

Ә бына ул водителде ҡотҡарған мәлдә бәғзеләрҙең ярҙамға ашыҡмай, видеоға һәм фотоға төшөрөп торғандар ҙа булған. Ҡайһы саҡта бар донъяны шаҡ ҡатырлыҡ видеоны кеше ғүмеренән өҫтөн ҡуйыусылар табылып тора шул.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас