Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
17 Декабря 2021, 11:40

Ер "йылына" бара

Эшләргә лә кеше ҡалмаясаҡмы?

Ер шары климатын өйрәнгән ғалимдар тиҙҙән эҫелектән йәйге көндәрҙә урамда эшләргә теләгән эшселәр һаны ҡырҡа кәмейәсәк, тип белдерҙе.

Һуңғы йылдарҙа һауа температураһы йылый барыуы күҙәтелә. Ҡайһы бер илдәрҙә эҫелә кешеләрҙең тышҡа сығып йөрөр хәле лә булмай. Шуға күрә ғалимдар йәйге осорҙа тышҡы эштәрҙе алып барған эшселәр ҙә хеҙмәтенән баш тартасаҡ тип фаразлай.

Был бигерәк тә көньяҡ илдәргә хас. Һөҙөмтәлә иҡтисад ҙур юғалтыуҙар кисерәсәге лә фаразлана.

Рәсәйҙә лә 2021 йылдың йәйе башҡа ваҡыттарға ҡарағанда 3,2 градусҡа эҫерәк булған. 2020 йылдың ҡышы, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, 5 градусҡа йылыраҡ булған.

Гүзәл Салихова. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас