Новости
17 Декабрь 2021, 11:00

Һатыламы - һатылмаймы?

Башҡортостан Республикаһы – Дәүләт Йыйылышы депутаттары Яңы йыл каникулында иҫерткес эсемлектәр һатыу режимына үҙгәрештәр индергән закон ҡабул итте

Башҡортостан Республикаһы – Дәүләт Йыйылышы депутаттары Яңы йыл каникулында иҫерткес эсемлектәр һатыу режимына үҙгәрештәр индергән закон ҡабул итте.

«Был мәсьәлә парламент майҙансығында ҡыҙыу тикшерелде һәм халыҡта төрлө фекерҙәр тыуҙырҙы, – тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Тәүҙә Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы ғинуар башында алкоголде ваҡлап һатыуға өҫтәмә сикләүҙәрҙе бөтөрөргә тәҡдим иткәйне. Әммә граждандарҙың мөрәжәғәттәрен төрлө яҡлап тикшергәндән һуң, сикләүҙәрҙе йомшартырға тигән ҡарар ҡабул ителде. 3 ғинуарҙа республикала ғәмәлдә булған алкоголь һатыуҙы тулыһынса тыйыу бөтөрөлә. Бынан тыш, 4-6 ғинуарҙа һатыу ваҡыты оҙайтыла».

Шулай итеп, Яңы йыл каникулында Башҡортостанда иҫерткес эсемлектәр түбәндәгесә һатыласаҡ:

1 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 8-ҙән төнгө 11-гә тиклем

2 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 8-ҙән төнгө 11-гә ҡәҙәр

3 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем

4 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә ҡәҙәр

5 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем

6 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә ҡәҙәр

7 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 8-ҙән төнгө 11-гә тиклем

8 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 8-ҙән төнгө 11-гә ҡәҙәр

9 ғинуарҙа – иртәнге сәғәт 8-ҙән төнгө 11-гә тиклем.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас