Һаҡмар
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
16 Декабря 2021, 07:00

Пенсионерҙар ҡыуанырмы?

Пенсия алыусыларға йыл һайын өҫтәмә түләү бирергә уйлайҙар икән

Пенсионерҙарға Яңы йыл түләүе тураһында имеш-мимеш бер нисә ай элек үк тарала башланы. Оло быуын вәкилдәренең, башҡа төр пенсия алыусыларҙың Хөкүмәткә өмөтө ҙур.

Әлеге ваҡытта пенсия алыусыларға Яңы йыл түләүҙәрен йыл да түләү буйынса закон проекты ҡарала башлаған. Унда бөтә төр пенсия алған граждандарға ла бындай түләүҙе бире:ү тураһында һүҙ бара. Түләүҙең күләме – ай һайын алған пенсия күләменә тиң булырға тейеш тип белдерә законды әҙерләүселәр.

Пенсионерҙарға бындай ярҙам юғары инфляция һәм граждандарҙың һатып алыу мөмкинселектәре кәмей барыуға бәйле икән.

Көтәбеҙ – нисек булыр!

Гүзәл Салихова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас