

Бөгөн – Башҡорт теле көнө. Һәм район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев аҙналыҡ оператив кәңәшмәһен башҡорт телендә үткәрҙе. Етәкселәр ҙә сығыштарын, һорауҙарға яуаптар биреүен әсә телендә яңғыратты. Әлбиттә вазифалы урын биләгән кешеләр араһында ашҡа милләт вәкилдәре лә бар. Шуға күрә улар үҙ телендә сығыш яһай ала ине. Әммә беренсе булып район-ҡалалағы хәл-ваҡиғалар тураһында сығыш яһарға сыҡҡан, ЕДДС начальнигы Николаев Александр Семенович саф башҡорт телендә рапорт бирҙе. Был барыһын да һоҡландырҙы һәм хайран ҡалдырҙы. Ә мин тулҡынланып, хатта уны фотоға ла төшөрөргә онотҡанмын, үкенескә ҡаршы. Александр Николаевҡа барыһына ла өлгө булғаны өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
Оператив кәңәшмәлә ҡаланы һәм районды Яңы йыл байрамына биҙәү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре күтәрелде. Район башлығы йылылыҡ селтәрҙәренә һуңғы осор һорауҙар күп булыуын билдәләне. Бының буйынса йылылыҡ селтәрҙәре етәксеһе ошондай аңлатма бирҙе: “Социаль селтәрҙәрҙә күптәр ялыуын аноним рәүештә яҙа. Шуға күрә адрестары булмағас, уларҙы тикшереп булмай. Адресы булған йорттарға барып етәбеҙ, акттар төҙөйбөҙ, әммә быға тиклем беҙгә белдерелгән бер дәғүә лә дөрөҫләнгәне юҡ әле”.
Үҙәк ҡала дауаханаһының поликлинакаһы мөдире Ринат Сәйфуллин баймаҡта ковид госпиталдәре ябылһа ла, ҡыуанырға иртә булыуын белдерҙе. “Ковид мутацияға бирелеп, яңынан-яңы штамдар ҡалҡып сыға. Үкенескә ҡаршы, үлем осраҡтары ла теркәлә. Әлеге ваҡытта фельдшерҙар һәм табиптарҙан төҙөлгән бригадалар өлкәндәр йәшәгән йорттар буйынса йөрөй, коронавирустан вакцинация яһатыу мөһимлеген аңлата. Сөнки ковид ололарҙың организмы өсөн үтә хәүефле булһа ла, улар прививка яһытарға ашыҡмай. Үкенескә ҡаршы, йорттарҙа беҙҙе өлкәндәрҙең агрессив ҡыланған балалары ҡаршы ала. Улар ауырыуҙың ҡурҡыныс икәнен белһә лә, оло йәштәге ата-әсәләренә вакцина яһатырға ҡушмай ”,-тип борсолоуҙары менән уртаҡлашты Ринат Марат улы.
Оператив кәңәшмәлә буласаҡ мәҙәни саралар, гәзит-журналдарға яҙылыу, Беренсе Төркмән ауылындағы карантин мәсьәләләре лә тикшерелде.
Гүзәл Иҫәнгилдина.