Һаҡмар
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
14 Декабря 2021, 10:10

Күңел йылыһын да бүләк итәләр

Район башлығы һәм етәкселәр "Башҡорт китабы" магазинында булды

Күңел йылыһын да бүләк итәләрКүңел йылыһын да бүләк итәләр
Күңел йылыһын да бүләк итәләр

Баймаҡта “Башҡорт китабы” магазины барлығы тураһында барыһы ла беләме икән? Әсә телебеҙҙең мираҫы булған әҫәрҙәр, яңы хикәйә-романдар, поэмалар менән танышып барырға ынтылғандар, дини ҡулланмаларҙы үҙ иткән, төрлө календарь яратҡан, балаларына сағыу әкиәттәр бүләк итеүселәр, әлбиттә, белә. Бынан тыш милли биҙәүестәр, кейемдәр, сағыу биҙәкле биҙрәләр, ҡурай, ҡумыҙ һ.б бында табырға була. Яҡындарығыҙға матур бүләктәр эҙләйһегеҙме? Рәхим итегеҙ, ир-егеттәргә – орнаментлы галстуктар, ҡатын-ҡыҙҙарға – беләҙектәр, алҡалар.

Башҡорт теле көнөндә бында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, уның урынбаҫарҙары, бүлек начальниктары, ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев һ.б. етәкселәр булды. Үҙенсәлекле сауҙа магазины менән танышырға Баймаҡ башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рәшит Ишембәтов саҡырҙы. 2018 йылдан уның менән етәкселек итте Яңылбикә Мөхәмәтйәнова магазин буйынса экскурсия эшләп, төрлө китаптар һәм һатыу әйберҙәре менән таныштырҙы.

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев: “Беҙҙең ҡалала ошондай уникаль сауҙа урыны булыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Район-ҡала халҡын, ҡунаҡтарҙы мотлаҡ “Башҡорт китабы”на инеп сығырға саҡырам. Сөнки бында һәр кем йәне теләгән, уны мәҙәни, интеллектуаль яҡтан үҫтергән әҫәрҙәрҙе лә, бик матур бүләктәрҙе мотлаҡ табасаҡ”,-тине.

Башҡорт китабы” “Китап” нәшриәте менән туранан-тура бәйләнеш тота. Шуға күрә өр-яңы китаптар бында тиҙ арала килеп тә етә. Яҡташ һәм республика яҙыусылары менән дә тығыҙ бәйләнеш ҡоролған. Балалар өсөн китаптар сағыу һәм арзан булыуы менән айырыла. Бында беренсе класҡа барған кескәйҙәр өсөн дә махсус методик ҡулланма бар. Уны Яңылбикә Баҡый ҡыҙы әйтеүенсә, ата-әсәләрҙең һорауы буйынса Мәскәү ҡалаһында баҫтырып алғандар. Әйҙә, уҡыт һәм уҡырға өйрән генә!

Әлбиттә, “Башҡорт китабы” магазинына проблемалар ҙа хас. Ул магазинды йылытыу, уның ишек-тәҙрәләрен алмаштырыуға ҡағыла. Был мәсьәләләр бөгөн етәкселәр менән берлектә һөйләшелде һәм уларҙы хәл итеү юлдары ҡараласағы белдерелде.

Әйткәндәй, милли кәсеп (ҡул эштәре, кейем, биҙәүестәр, музыка ҡоралдары һ.б.) менән шөғөлләнгән оҫта ҡулдар бында үҙ продукцияһын һатыуға ҡуя ала. Был күптәр өсөн бик уңай.

Шулай итеп, С. Юлаев проспектында урынлашҡан “Башҡорт китабы” магазинын урап үтмәгеҙ. Бында бер мәртәбә генә инеп сығыу ҙа, күңелеңә онотолмаҫ йылы нурҙарын биреп, киләсәктә үҙенә тағы ла саҡырасаҡ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас