+29 °С
Облачно
Мария бесәй балаһын йорт хайуандары һатылған баҙарҙан ала. Баш бесәй балаларынан бер нимәһе менән дә айырылмай. Тик хужабикә уның бик оҙаҡ йоҡлауына һәм бик күп ашауына иғтибар бирә. Әммә тиҙҙән Мария бесәй балаһының үтә тиҙ үҫеүенә иғтибар бирә. Бер йылдан һуң бесәй бүре ҙурлығына етә. Бер йәшендә ул ун кг булһа, тағы ярты йылдан 15 кг булып китә.
“Уның ҙур булыуы борсомай. Туйҙырырбыҙ әле. Тик бына төнөн Барсик ырылдай башланы. Шуныһын яратып еткермәйем”,-ти Мария.
Барсикты ветеринарҙар ҙа өйрәнгән. Һәм бесәйҙең мей-кун һәм норжеж урман бесәйенең гибриды булғанын билдәләгән.
Гүзәл Иҫәнгилдина.