Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
11 Декабря 2021, 05:50

Хәлдәр яҡшыра башланы

Республикала тажлы үләттең кәмеүе күҙәтелә

Башҡортостан коронавирус менән хәл яҡшырған төбәктәрҙең береһенә инде. Был хаҡта РФ вице-премьеры Татьяна Голикова белдерҙе.

Шулай уҡ Волгоград, Ырымбур, Рязань, Томск, Силәбе, Ингушетия яҡтарында ла тажлы үләттең кәмеүе күҙәтелә. Ә бына Адыгея, Карачаево-Черкессия, Чечен Республикаһында хәлдәр хөрт.

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың ковид госпиталдәрендә ауыр хәлдәге 96 пациент бар. Был бар ауыпрыуҙарҙың 20 процентын тәшкил итә. Күпселек ауырыуҙар амбулатор рәүештә дауалана.

Г. Салихова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас