+22 °С
Ясно
Ғалимдар Ер шарын туҡтауһыҙ баҫҡан геомагнит тулҡындарына борсолоу белдерә.
Ул бөгөн кистән башлана. Тәүҙә ул ныҡ көслө булмай, шуға күрә уны һирәк кеше һиҙәсәк. Әммә иртәндән геомагнит өйөрмәһе көсәйә генә барасаҡ. Магнит тулҡындары 3 балл булып китәсәк. Йәкшәмбе ул әҙерәк баҫылһа, дүшәмбе магнит өйөрмәһе тағы ла көсәйәсәк.
Табиптар геомагнит тулҡындарына һиҙгер кешеләргә, ҡан баҫымы түбән һәм юғары булғандарға өйҙә ҡалырға, үҙҙәренә артыҡ көсөргәнеш бирмәҫкә, күберәк ятырға кәңәш итә. Һау-сәләмәт булайыҡ!