+21 °С
Ясно
Өфөлә 38 йәштәге ҡатынды туҡмаған 34 йәштәге ир тотолған.
Полиция эште тикшерә башлағас, шуны асыҡлаған. Был ир һәм ҡатын оҙайлы ваҡыт осрашып йөрөгәндәр. Әммә тиҙҙән ҡатын ирҙе ташлаған. Һөйгәнен юғалтҡан ир ҡайғырып, эсә башлаған. Бер көн ул ҡатындың эшләгән урынына килеп уға бүләк иткән бүләктәрҙе кире ҡайтарыуҙы талап иткән. Ҡатын баш тартҡан. Һөҙөмтәлә ир уны туҡмап, телефонын тартып алып ҡасҡан. Хәҙер ул тотолған. Был ирҙе 5 йылға иклем иркенән мәхрүм итеү көтә.