Халыҡ ара-инвалидтар көнөнә арналған “Тура бәйләнеш” ваҡытында күтәрелгән мәсьәләләр
- Быйыл социаль хеҙмәтләндереү йыйылмаһынан (НСУ) баш тартҡайным. Хәҙер санатор-курорт дауаланыуына ғариза яҙғым килә. Миңә нимә эшләргә?
- Һеҙгә социаль-хеҙмәтләндереү йыйылмаһын ҡайтарыу өсөн 3-18-70 телефоны аша ҡабул итеүгә яҙылырға кәрәк. Белгес тейешле ғаризаны яҙырға ярҙам итеп, уны ҡабул итер.
- 21 сентябрҙә миңә яңы ҡараусы тәғәйенләнеүе тураһында ғариза яҙғайным. Әммә октябрь һәм ноябрь айҙары өсөн мине ҡараған өсөн компенсация аҡсаһы килмәне. Мин уларҙы ҡасан аласаҡмын?
- 2021 йылдың 1 октябренән яңы ҡараусыға үҙгәрештәр индерелгән. Декабрь өсөн алған пенсияғыҙ менән бергә октябрь, ноябрь өсөн тейешле компенсацияны аласаҡһығыҙ.
- Түшәктә ятҡан ауырыуҙы ҡарарға табиптарҙы өйгә саҡыртып медицина тикшереүе үткәртергә буламы? Сөнки үҙебеҙ дауаханаға килтерә алмайбыҙ.
- Эйе, һеҙ атаған адрес буйынса таиптар ауырыуҙы барып ҡараясаҡ.
- “Ғаилә” үҙәгендә ирекмән булып торғом килә.
- “Ғаилә” үҙәгендә ирекмәндәр юҡ. Бындай һорау менән йәштәр комитетына 2-24-06 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк.
- Миңә Өфөлә икенсе төркөм инвалидлыҡ юлларға әйттеләр. Бының өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
- Һеҙгә медицина-социаль экспертизаһына (МСЭ) тапшырыу өсөн медицина тикшереүе үтергә кәрәк.
- Берҙәм аҡсалата компенсацияны (ЕДК) һәр саҡ күсермәйҙәр. Электр уты буйынса бурыстарым бар, әммә башҡа түләүҙәрҙе ваҡытында индерәм.
- ЕДК-ны иҫәпләү буйынса индерелгән яңы ҡағиҙәләр буйынса, был компенсацияны алыу өсөн торлаҡ-коммуналь түләүҙәр буйынса бер ниндәй бурыс булырға тейеш. Бынан тыш коммуналь хеҙмәтләндереү түләүҙәре һәр айҙың унына тиклем түләнеүе мөһим.
- “Работа в России “ тигән порталға эш эҙләү тураһындағы резюмены индерә алмайым.
- Был порталда резюме ҡалдырыу өсөн мотлаҡ “Госуслуги” порталында теркәлгән булырға кәрәк. Сөнки “Работа в России” порталына ошо “Госуслуги”лағы пароль һәм логин менән генә инеп була. Үҙегеҙҙең хеҙмәт эшмәкәрлегегеҙ тураһында мәғлүмәт, фотоһүрәтегеҙҙе ҡуйыу мөһим. Әгәр ҡыйынлыҡтар тыуһа, 3-14-44 телефонына шылтыратығыҙ, ярҙам итербеҙ.
- Баймаҡта өсөнсө төркөм инвалидлығы булған ир-егет өсөн һаҡсы, ҡарауылсы кеүек эш юҡмы?
- Бөгөн ҡалала водоканал (слесарь-ремонтлаусы), планлаштырыу буйынса инженер вакансиялары бар. Һаҡсы, ҡарауылсы талап ителгән урындар әлегә юҡ.
Гүзәл Иҫәнгилдина әҙерләне.