Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2021, 10:45

Кешелектең юҡҡа сығыуына ауыл хужалығы өлөш индерерме?

Тупраҡта йыйылған микропластик әҙәм балаһын һәләк итеүе бар, тип иҫкәртә ғалимдар

Кешелектең бөтөүе тураһында кем генә нимә тип фаразламаған һәм фаразламай? Төрлө дин әһелдәре Ҡиәмәт көнөн үҙенсә аңлата, күрәҙәселәр, экстрасенстар үҙ хәбәрен һөйләй. Өҫтәүенә Нострадамус, Ванга һ.б. шуның кеүек күрәҙәселәргә һылтаныусылар бик күп.

Әлбиттә, ғалимдар ҙа был сетерекле мәсьәләне өйрәнеү буйынса эштәр алып бара. Ә бына бөтә донъя аҙыҡ-түлек һәм ауыл ауыл хужалығы ойошмаһы – ООН (FAO) кешелекте пластик юҡҡа сығарасағын белдерҙе. Эш шунда: хәҙерге ваҡытта аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә һәм ауыл хужалығында хәҙер бик күп пластик материалдар ҡулланыла. Әлеге ваҡытта тупраҡта әллә нисәмә миллион тонна микропластик йыйылған. Был океандарҙағы пластмастан да күберәк.

Микропластик кешенең, малдың организмына үтеп инә. Ә унда бик зыянлы химик матдәләр күп. Әлеге ваҡытта микропластиктың диңгеҙ йәнлектәренә килтергән ҡот осҡос тәьҫире өйрәнелгән. Микропластиктың кешенең һәм ер хайуандарын нисек юҡҡа сығарыуы ла өйрәнелә башлаған. 2019 йылда ғына ауыл хужалығында 37,3 тонна пластик ҡулланылған. Ул аҙыҡ-түлекте, мал аҙығын төрөү өсөн дә ҡулланыла. Әммә ошо 37,3 тонна пластиктың бик аҙы ғына ҡабаттан эшкәртелгән. Ҡалғандары ер өҫтөндә шул килеш ятып ҡалған.

Ғалимдар, ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә пластик ҡулланыу кәметелмәһә, был глобаль һәләкәткә килтереп, кешелекте юҡҡа сығарасаҡ, тигән фекерҙә.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: