Баймаҡ – Сибай юлында авариялар йыш теркәлә. Был хаҡта Баймаҡ ЮХХДИ-һы хеҙмәткәрҙәре лә йыш иҫкәртә. Минең: “Ни өсөн был юлда ҡазалар йыш була һуң?”-тигән һорауға, улар: “Бының сәбәбе бер нисәү”,-тине.
Әйҙәгеҙ, уларға туҡталып үтәйек.
Беренсенән, әлбиттә, бындағы юлдың бормалы-бормалы булыуында. Водителдәр уны “серпантин” тип тә йөрөтә. Шуға күрә Баймаҡ – Сибай юлында уяулыҡты юғалтырға ярамай.
Икенсенән, руль артындағыларҙың үтә ҙур тиҙлек менән йөрөүе. Бормалы юлда ла бер-береһен уҙышып маташҡан водителдәр бик күп. Һөҙөмтәлә, ҡаршылағы машинаға төкөмәҫ өсөн йә юлдан осалар йә төкөшәләр. Шуныһы аяныслы, бындай водителдәр йыш ҡына аварияға бар ҡағиҙәләрҙе үтәп китеп барған кешеләрҙе лә йәлеп итә. Аңһыҙ ҡаза, тибеҙ шунан.
Өсөнсөнән, ошо юлда эскән килеш руль артына ултырыусыларҙың күп булыуы. Махсус рейдтар барышында бындай водителдәр йыш тотола, язаға тарттырыла, әммә барыбер эскән водителдәр кәмемәй. Күрәһең, эскән килеш руль артына ултырғандар өсөн законды тағы ла ҡәтғиләштереү генә был афәтте бер аҙ кәметеү көсөнә эйәлер.
Әйткәндәй, халыҡ Баймаҡ – Сибай юлының эйәһе (призрак) барлығы, шуға күрә бында фажиғәләр күп булыуын белдерә. Өлкән инәйҙәр был юлдан төнөн йөрөмәҫкә кәңәш итә. Ә инде юлында великан ҙурлығындағы аҡ бабай, йәки аҡ күлдәктәге ҡыҙ килеп сығып, ҡоттарын алыуы тураһында бер нисә водитель бәйән иткәне бар. Ысынмы-бушмы, быныһын инде дөрөҫләп кенә әйтеүе мөмкин түгел.
Нимә булһа ла, Баймаҡ – Сибай юлында бик иғтибарлы булыу мөһим. Бында ситтән үтеп барған фураларҙың аунауы йәки йөк машинаһынан бүрәнә ысҡынып китеп, шул ваҡытта янынан үтеп барған еңел машинаның водителен үлтерә һуҡҡанын күптәр хәтерләйҙер. Шуға күрә бар иғтибарҙы тик юлға һәм уның ҡағиҙәләренә йүнәлтеү мөһим.
Баймаҡ ЮХХДИ-һы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенә, шулай уҡ Ҡуянтау һәм Ишмырҙа яғына киткән юлдарҙа ла авария йыш була. Ҡуянтау юлында һәләк булған әсә тураһында бар район ҡайғырҙы бит. Ҡыҙын табипҡа күрһәтәм тип ашыҡҡан әсә күҙ асып йомған арала юҡҡа сыҡты.
Ишмырҙа яғына китеп барғанда ла, Йылайыр районына инеп киткәнсе, юлдан аҫта ҡәбер таштарын күрергә була. Был ошо урында һәләк булған водителдәргә, яҡындары ҡуйған, мәңгелек иҫтәлектәр.
Шул уҡ ваҡытта юл хәрәкәте инспекторҙары белдереүенсә, күп кенә авария, үлем осраҡтары водителдең ғәйебе менән була. Тимәк, улар юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәһә, күпме ғүмер һаҡланып ҡалыр ине! Әлбиттә, юл торошо, сифаты, малдың, бигерәк тә йылҡының, юлда йөрөүе лә аварияларға сәбәпсе була. Әммә күпселек ғәйеп – беҙҙең үҙебеҙҙә. Шуға күрә уйланайыҡ һәм дөрөҫ һығымта яһайыҡ, яҡташтар!
Гүзәл Иҫәнгилдина.