Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2021, 17:40

Ҡыш аптыратыр әле

Көндәр тағы йылынасаҡ!

Ниһайәт, ҡышҡы һыуыҡтар етте! Һәр кем шулай тип ҡыуанғайны. Өшөкәстәр, бәлки, ул тиклем һөйөнмәгәндер. Әммә Башгидромет синоптиктарының фаразына ҡолаҡ һалайыҡ әле.

Шулай итеп, синоптиктар мәғлүмәтенә ярашлы, аҙнаның тәүге көндәрендә төндә һыуыҡ булыуы көтөлә. 7 һәм 8 декабрҙә төндә -13, -18, аяҙытҡанда -20, -27, 7 декабрҙә көндөҙ -10, -15 градусҡаса һыуытасаҡ, ти белгестәр.

Әммә артабан көн тағы имшетә башлай. 8 декабрҙә республикала -3, -8 градусҡа тиклем йылыта. Урыны менән бер аҙ ҡар яуа, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ көтөлә.

9 декабрҙә иһә йылы һауа торошо һаҡлана, уртаса һауа температураһы норманан 3-5 градусҡа юғары була. Ҡар яуыуы көтөлмәй.

Шулай итеп, ҡыш үҙ сюрприздарын бүләк итеүен дауам итә.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: