Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2021, 15:35

Оҡшамаған бүләктәр ҙә була

Баймаҡтарға Яңы йылға нимә бүләк итергә ярамай?

Ҡыҙыҡлы тикшеренеүҙәр дауам итә. Хәҙер инде, Яңы йылға бүләктәргә кем һәм күпме аҡса тотонасағы иҫәпләнгән. Әйткәндәй, Өфө ҡалаһы был йәһәттән ил буйынса етенсе урында һәм бүләктәр өсөн өфөләр 13 мең һум тотонорға әҙер.

Һеҙҙең иғтибарға бүләктәр – баймаҡтарса! Йөҙ кешенән һорау алынды. Уларға бер генә һорау бирелде “Һеҙ Яңы йылға нимә бүләк итеүҙәрен теләмәйһегеҙ? Һеҙгә ниндәй бүләктәр оҡшамай?” Күпселек яуап “Көрөшкә” булды. Икенсе урында Яңы йыл логотиптары төшөрөлгән бәләкәс таҫтамал. Өсөнсөлә иһә – нәскиҙәр! Шулай булғас, бүләк алыр алдынан уйлайбыҙ инде).

Ҡатын-ҡыҙҙар бүләккә – алтын, көмөш биҙәүестәр, ә ир-егеттәр машина өсөн сифатлы әйберҙәр көтә. Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: