Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь 2021, 11:15

Шулай ҙа була!

Республикала йәшәгән 58 йәштәге ҡатын әсә булырға йыйына

Республикала йәшәгән 58 йәштәге ҡатын әсә булырға йыйына.

Ул ЭКО ярҙамында һәм донор түл күҙәнәктәре ярҙамында ауырға ҡалған. Әле буласаҡ әсәнең йөклөлөгөнөң 37-се аҙнаһы киткән. Ул тәүге тапҡыр ауырлымы әллә тағы балалары бармы икәнлеге тураһында хәбәр ителмәй.

Әйткәндәй, ЭКО ярҙамында бала табыу “Демография” милли проектына ла ингән һәм уңышлы эшләй.

Табиптар 58 йәштәге ҡатындың бала табырға йыйыныуын бик үк хуплап бөтмәй. Улар сабый ниндәйҙер ауырыу йә патология менән тыумаһын тик хәүефләнә. Әле буласаҡ әсә үҙен яҡшы тоя. Уны ла, ҡарынындағы сабыйын да даими тикшерәләр.

Һуңғы осор 40 йфәштән һуң бала тапҡан ҡатындар артҡан. Былтыр 1444 ҡырҡ йәште үткән ҡатын әсә булған.

Бына шулай ҙа була!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: