Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь 2021, 10:00

Балаларҙың ҡышҡы каникулы оҙайтылырмы?

Мәктәп уҡыусылары араһында ауырығандар һаны арта бара

Балаларҙың ҡышҡы каникулын оҙайтыуҙары ла ихтимал.

Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был коронавирус менән хәл киҫкенләшеү осрағында буласаҡ. Мәғлүм булыуынса, әлеге ваҡытта тажлы үләттең сираттағы тулҡыны килеүен көтәләр.

Шул уҡ ваҡытта мәктәптәрҙә ауырыған балалар һаны арта бара. Уларға миҙгелле киҙеү ауырыуҙарын ҡуялар.

Шуға күрә ата-әсәләр түбәндәге осраҡтарҙа балаларын мәктәпкә ебәрергә тейеш түгел:

- тән температураһы 37 градус һәм унан юғары,

- йүткереү,

- тамаҡ ауыртыу,

- баш ауыртыу,

- хәлһеҙлек.

Үкенескә ҡаршы, балаһы ауырыған осраҡта ла, уны мәктәпкә ебәргән өлкәндәр бар. Хәүефле мәлдә балағыҙҙы ла, башҡа мәктәп уҡыусыларын да ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаһағыҙ ине.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: